Ғәҙәттән тыш хәлдәр сафтарында ғәҙәттән тыш хәл

Тулыраҡ: Ғәҙәттән тыш хәлдәр сафтарында ғәҙәттән тыш хәл

Салауат ҡалаһының эҙәрмән-ҡотҡарыусылар отряды етәкселек менән өсөнсө йыл инде уртаҡ тел таба алмауына зарлана. Был хәлгә идаралыҡ та битараф түгел. Ике яҡтың һәр ҡайһыһының үҙ хәҡиҡәте бар. Вадим Вәлитовтың махсус кейемде үҙ иҫәбенә һатып алып яратҡан эшен бушҡа башҡарыу мөмкинлеге сикле. Ғаилә, өй, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙе кисектереп тороп булмай, айын айға ҡаплап барырға кәрәк, ти ҡотҡарыусы. Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығында яңы етәкселектең хеҙмәт хаҡын һиҙелерлек ҡыҫҡартыуы Салауат ҡотҡарысусыларын киҫкен хәлдә ҡалдырған. Хеҙмәт коллективы советы рәйесе Юрий Ивлев иһә отрядтың борсоулы мәсьәләләрен тасуирлап яҙған ғаризаны идаралыҡ яуапһыҙ ҡалдырҙы, тип белдерә. Махсус кейем талаптарға яуап бирмәй, автопарк иҫкергән, бинаның түшәменән һыу аға. Ҡотҡарыусыларҙың өс йылға бер һөнәри оҫталыҡтарын иҫбат итер өсөн аттестация үтеү хоҡуғы ла боҙола. Салауат ҡалаһының эҙәрмән-ҡотҡарыу хеҙмәте 2005 йылдан сафта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең республика ярыштарында Салауат ҡотҡарыусылары йылдан-йылға еңеү яулап килгән. Хәҙер ике йыл һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә лә ҡатнашыу бәхетенән мәхрүмбеҙ, тиҙәр. Шуға ҡарамаҫтан улар көндәлек эшен намыҫ менән башҡарыуын белдерә. Бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарыуҙың ваҡытын кисектерергә лә, сифатын аҡсалата иҫәпләргә күнегелмәгән. Был шарттарҙа үҙебеҙ ҡотҡарыуға мохтаж, ти Салауат ҡотҡарыусылары. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, махсус кейем һәм йыһаздар һорап улар ҡаланың граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына мөрәжәғәт итә. Ҡотҡарыусылар делегацияһы менән тик эшлекле шарттарҙа аралашыу яҡлы етәкселек киң мәғлүмәт саралары менән арлашыуҙан баш тартмай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр сафындағы ғәҙәттән тыш хәлгә уларҙың үҙ аңлатмаһы бар. Салауат хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһе фекеренсә, беренсенән отряд яңы вазифа бурыстары менән килешергә теләмәй. Икенсенән, эҙәрмән-ҡотҡарыу хеҙмәтендәге 40 белгестең эш хаҡы ҡалалағы уртаса күрһәткестән кәм түгел, махсус кейем һәм йыһаздар үҙ ваҡытында яңыртыла. Уларҙың сифаты ҡотҡарыусы эшенә ҡағылған үҙенсәлекле талаптарға тап килә. Салауатта киҫкен хәл була ҡалһа тәү сиратта ҡотҡарыусыларҙың башҡа махсус төркөмдәре йәлеп ителә. Эҙәрмән-ҡотҡарыу хеҙмәте иһә граждандарҙың көндәлек именлеге һағында тора. Уның эше ғәҙәттә киске сәғәт алтыға тиклем бөтә, ә ярҙам осраҡтарының 68 проценты яңылыш бикләнгән фатир ишектәрен асыуға ҡайтып ҡала, тип Рәлиф Шәмсетдин улы статистика мәғлүмәттәрен таныта. Тик бәхетһеҙлеккә тарыған ябай кешегә һандар мөһим түгел, ҡотҡарыусыны ул башҡалар именлеге өсөн ғүмерен йәлләмәҫ ҡаһарман тип хөрмәт итә.