Прокурорҙар көнө

Тулыраҡ: Прокурорҙар көнө

Өфөлә йәшәүсе Илдар һәм Әлиә Нурушевтар өсөн 12 ғинуар үҙенсәлекле дата. Икеһе лә прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы вазифаһын етди башҡарған йәш ғаилә һөнәри байрамын билдәләй. Хеҙмәт хоҡуҡтарын үтәү йүнәлеше буйынса эш алып барған прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы Әлиә Нурушева көнөнә ун бишләгән ғариза ҡабул итә. Иң мөһиме һәр мөрәжәғәт иткән кешегә ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙыу, ти тәжрибәле һөнәр эйәһе. Әлиә тап эш урынында үҙенең тормош иптәшен Илдарҙы осрата. Илдар ҙа прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы вазифаһын башҡара. Икеһе ике районда эшләһә лә, өйҙәренә бергә ҡайтырға тырыша улар. Әйткәндәй, бер үк һөнәр эйәһе булыу берҙә ҡамасауламай, ә киреһенсә, ғаиләләге мөнәсәбәтте нығыта ғына. Иртәнән кискә тиклем эш тупһаһын тапаһалар ҙа, Әлиә һәм Илдар Нурушевтар өс йәшлек кенә ҡыҙҙарына иғтибарҙы тейешенсә бүлергә тырыша. Ял көндәрендә ғаилә менән кино, театрға, саф һауала йөрөй улар. Ҡыҙҙары ла бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәһенең прокурор вазифаһын башҡарыуҙарын һәм эштәренең яуаплы икәнлеген яҡшы аңлай. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы йыл һайын 12 ғинуарҙа билдәләнә. Йылдар дауамында граждандарҙың закон менән гарантияланған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын ышаныслы һаҡлай улар. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре енәйәтселеккә, терроризмға, экстремизмға ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индерә.