Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Чехияла президент һайлауҙары бара. Бөгөн һәм иртәгә тәүге туры үтә. Дәүләт башлығы урынына 9 кандидат көс һынаша. Әммә социаль һорауҙарға ярашлы, төп көрәш әлеге президент Милош Земан һәм Иржи Драгош араһында бара. Беренсе турҙа кандидаттарҙың береһе лә 50 проценттан күберәк тауыш йыймаһа, ике аҙнан киләһе тур уҙғарыласаҡ. Һайлауҙарҙа 8 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Чехияла президент биш йылға һайлана.
  • Иран танкеры яныуын дауам итә. Ҡотҡарыусылар бортында 32 кеше булған һыу судноһындағы янғынды һүндерергә тырыша. Экипаж менән бәйләнеш өҙөлгән. Әммә яҡындары уларҙың иҫәнлегенә ышана һәм ҡотҡарыу эштәрен туҡтатмаҫҡа саҡыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иран танкерында янғын 6 ғинуарҙа Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙендә ҡоро йөк ташый торған карап менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә сыға.
  • Кисә ил башлығы Рәсәйҙең төп киң мәғлүмәт сараларының баш мөхәррирҙәре менән осрашыу үткәрҙе. Владимир Путин күп кенә темаларҙы күтәреп сыҡты: Алексей Навальныйға һайлауҙарҙа ҡатнашырға рөхсәт ителмәүе, быға Американың ҡарашы, Донбасстағы хәлдәр һәм башҡалар. Әммә төп мәсьәлә Сүриәлә Рәсәй базаларына пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүм итеүе. Шулай уҡ, осрашыуҙа Рәсәйҙең журналистар берлеге рәйесе Владимир Соловьев “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы” тигән почетлы исем булдырыу тураһында тәҡдим яһаны. Владимир Путин был тәҡдимде хуплап сыҡты.