Килешле лә, хаҡы ла тешләшмәй

Тулыраҡ: Килешле лә, хаҡы ла тешләшмәй

Байрам яҡынлашҡан һайын, гүзәл заттарҙы “нимә кейергә” тигән һорау нығыраҡ борсой. Килешле лә булһын, хаҡы ла тешләшмәһен, күңелгә лә оҡшаһын. Бигерәк тә, оҙон итәкле күлдәктәр һорау менән ҡуллана. Был йәһәттән һеҙгә “Резеда Сөләймән” кибете ярҙамға килә. Шулай уҡ, бында байрамға бүләктәр ҙә табырға була. Йәшелме, әллә зәңгәрме? Күңелеңә ятҡан, үҙеңә генә килешкән бөтә төҫтәге кейемде табырға була был кибеттә. Ә иң мөһиме тауарҙың сифаты һәм үҙенсәлеге йәлеп итә. Резеда Сөләймәнованың авторлыҡ коллекцияһы ҡатын-ҡыҙҙың ҡабатланмаҫ булмышын, нескә тәбиғәтен, наҙлы һәм үҙенсәлекле зауығын асырға ярҙам итә. Байрамға кейем алырға ваҡыт еткәс тә, Дилә тап ошонда –Планета” сауҙа-күңел асыу комплексында урынлашҡан был кибеткә килгән. Бындағы кейемдәрҙе мосолман ҡыҙҙары ла, яулыҡ ябынмаған ҡыҙҙар ҙа яратып кейә. Ҡатын-ҡыҙҙарға нимә бүләк итергә белмәһәгеҙ, бында ошондай сертификат алырға була. Аҙаҡ яҡындарығыҙ бында килеп, йәне теләгән әйберҙе һайлай ала. Ә кейемдәрҙең төрлөлөгөнән күҙҙәр йүгерә: күлдәктәр, итәктәр, блузкалар. Бигерәк тә, кешенең йөҙөн асҡан, матур ҙа, шул уҡ ваҡытта уңайлы ла яулыҡтарҙың күплеге ҡыуандыра. Ислам дине буйынса бүләк тапшырыу — ул сөннәт. Тик байрамдарҙа ғына түгел, ә ябай көндәрҙә лә бер-береңде шатландырырға кәрәк. Ә бүләк артынан “Планета” сауҙа-күңел асыу комплексындағы “Резеда Сөләймән” кибетенә рәхим итегеҙ!