2017 йылдың “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан исемен яҡлаған иң ҙур ғаилә Хәйбулала йәшәй

Тулыраҡ: 2017 йылдың “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан исемен яҡлаған иң ҙур ғаилә Хәйбулала йәшәй

2017 йылдың “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә төбәк исеменән ҡатнашҡан һәм еңеү яулаған ғаиләләр Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән осрашты. Улар төрлө райондарҙа йәшәй. Шулай ҙа саҡырылған көнгә барыһы ла килеп етте. Өлгөлө ғаиләләр менән беҙҙең ижади төркөм танышты.

Иң оҙон юлды Хәйбулланан күп балалы Потякиндар ғаиләһенә үтергә тура килгән. 8 сәғәт автобуста килеү арыта, шулай ҙа ғаиләнең һәр ағзаһы иртән-иртүк тороп министр менән осрашыуға ҡыуанып әҙерләнә.

Ғаиләлә барыһы 16 бала. Тамара Николаевна һәм Александр Михайлович үҙҙәренең ике ҡыҙы һәм ике улынан тыш тағы ла 12 сабыйҙы тәрбиәгә алған.

Был ғаиләлә төп ҡағиҙәнең береһе – сәләмәтлеккә ынтылыу. Балалар бәләкәйҙән сынығып үҫә. Ғаилә тәрбиәһен ала, эшкә өйрәнә. Йыр-бейеүҙә лә улар үҙҙәрен һынатмай.

Потякиндар “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан исемен яҡлаған иң ҙур ғаилә. Ленара Таһир ҡыҙы менән осрашыуҙа ла улар табындың яртыһын алып ултырҙы. Ҡалған ике ғаилә –Ейәнсура районынан Ҡунаҡбаевтар өс ул һәм Учалынан Йомағужиндар киреһенсә өс ҡыҙ тәрбиәләй. Потякиндар иң ҙур ғаилә булһа, Йомағужиндар – иң йәше.

Ҡунаҡбаевтар бәйгенән еңеү менән ҡайтты. Улар Рәсәйҙең “иң өлгөлө ауыл ғаиләһе” номинацияһы еңеүселәре.

Осрашыу барышында ғаилә, хеҙмәтһәм халыҡты социаль яҡлауминистры һәр ғаилә менән айырым әңгәмәләште. Хәлдәрен һорашып, киләсәктә яңы эшләй башлаған министрлыҡтың эшмәкәрлегенә ҡарата тәҡдимдәрен тыңланы.

Ғаилә йылында ошо өлгөлө ғаиләләр миҫалында тағы ла бихисап ныҡлы ғаиләләрҙе асыҡлау күҙаллана. Тағы ниндәй саралар үтеүе, программалар ҡабул ителеүе тураһында министрлыҡта тиҙҙән махсус ултырыш үтәсәк һәм эш планы ҡабул ителәсәк.