Башҡортостан батырҙарға бай төбәк

Тулыраҡ: Башҡортостан батырҙарға бай төбәк

Өфөлә йәшәүсе Владимир Романов ҡаҙау, ат дағаһы, арматура, сөй һурғыс һәм башҡа тимер-томорҙо бер ауырлыҡһыҙ бөгә. 5 минут эсендә өсйөҙлөк 8 ҡаҙауҙы бөккәне өсөн ир Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелде. Баһадир хаҡында Закир Шәрипов репортажы.

Владимир Романов был спорт төрө менән 4 йыл элек шөғөлләнә башлаған. Ә уға тиклем каратэ, самбо, бокс, кикбоксинг һәм башҡа ҡул алыштары менән булышҡан. Йәғни, тимер бөгөр алдынан етди әҙерлек үткән.

Баһадир бер ҡаҙаҡты йөрәк формаһына әйләндерҙе. Икенсеһенән сылбыр эшләне. Ә көрәкте бөтөнләй төрөп ҡуйҙы. Шулай уҡ, төҙөлөштә именлек өсөн тәғәйенләнгән касканы бер һуғыуҙа ялпаштыра һуҡты.

Улар иренең һәм атаһының башланғысын ҡеүәтләп, дәртләндереп торалар.

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Владимир Романовтың өлкән улы ла йөҙиллелек ҡаҙауҙарҙы бөгә башлаған.

Владимир Романовтың өйөндә төрлө тимер-томор йыйылған. Уларҙан баһадир төрлө формалар эшләгән. Спортсы әйтеүенсә, бындай шөғөл рухты байыта, эске көстө нығыта.

Был шөғөл ҡурҡыныс спорт төрҙәрҙенең береһенә инә. Шуға күрә, тәүҙә ентекле күнекмәләр һәм белгестәр менән кәңәшләшеү талап ителә.

Ҡаҙауҙарҙы тиҙ арала бөккәне өсөн Өфө баһадиры Рәсәй рекордтар китабына индерелде. Әммә, Владимир бының менән генә туҡталырға уйламай. Киләсәктә, ул тағы ла ҡатыраҡ тимерҙәрҙе бөгөргә йыйына.