Рәсәйҙәге иң популяр фильм “Движение вверх” нәфис таҫмаһы тураһында тамашасылар ошо фекерҙә

Тулыраҡ: Рәсәйҙәге иң популяр фильм “Движение вверх” нәфис таҫмаһы тураһында тамашасылар ошо фекерҙә

Ышаныс, өмөт, маҡсат һәм ғорурлыҡ. Рәсәйҙәге иң популяр фильм “Движение вверх” нәфис таҫмаһы тураһында тамашасылар ошо фекерҙә. СССРҙың спорт тарихындағы иң легендар еңеүҙәрҙең береһе – Мюнхендағы Олимпия уйындарында баскетбол буйынса турнирҙың алтын миҙалын яулаған атлеттар яҙмышын сағылдырған таҫма тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин һөйләй.

СССР – Мюнхен – алтын миҙалдар. “Движение вверх” фильмы тарихы нигеҙендә уйҙырмалар түгел - ысынбарлыҡ. Баскетбол буйынса донъяның иң көслө командаһы исемен Олимпия ярыштарында тиҫтәләрсә йылдар яҡлап килгән Америка Ҡушма Штаттары вәкилдәрен еңеү бөтә ер шары өсөн шаҡ ҡатырырлыҡ ваҡиғалар иҫәбенән.

Киң экрандарға сыҡҡан фильм тураһында ҡараштар төрлө ине. Кемдер был таҫманы “яңғырауыҡлы һәм ялтырауыҡлы кино” тип атаһа, тамашасылар ғына түгел, ә спорт белгестәре лә сюжетты илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләгән таҫма, тип иҫәпләй.

“Движение вверх” йәғни, “Юғарыға ынтылыу” фильмы спорт, дөрөҫөрәге баскетбол тураһында блокбастер. Нәфис таҫма прокатҡа сыҡҡандан һуң тәүге көндәрҙә генә уны 700 мең тамашасы ҡарауын иҫәпкә алғанда, проектты Рәсәй киноһы еңеүе, тип атарға мөмкин.

Рәсәй киноһының һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы проекты. “Движение вверх” фильмының бер ай эсендә яҡынса 1 млрд 200 млн һум аҡса йыйыуы ошо турала һөйләй. бында иғтибар финанс килемгә түгел. Тәү сиартат уны СССР спорты көсө, тип танырға кәрәк.