- Төркиәлә самолет диңгеҙ ярына тәгәрәп төшкән. Анкара – Трабзон рейсын үтәгән һауа судноһы ергә ултырған ваҡытта юлдан төшөп киткән. Ҡара диңгеҙгә етергә уға бер-ниә метр ғына ҡалған. Борттағы 162 кешенең береһе лә ауыр йәрәхәттәр алмаған.
- Һиндостанда донъялағы тәүге робот-полиция хеҙмәткәрен күрһәттеләр. Ул хәркәт итә, кешеләрҙе таный, шартлатҡыс матдәләрҙе таба, енәйәтселәрҙе асыҡлай. Уны уйлап сығарыусы компания ошондай 20 роботҡа заказ алған да инде. Һинд “робокоп”ын быйыл июлдә етештерә башларға планлаштыралар.
- Ҡытайҙа һыуыҡ ҡышҡа өйрәнмәгән хайуандарҙы төрлө ысулдар менән йылытырға тырышалар. Ҡояш яратыусыларҙың вольерҙарҙарында ҙур лампалар ҡуйылған, ә тышта жирафтар өсөн усаҡ яҡҡандар. Тик пандалар ғына ҡарға шатлана, көрттә рәхәтләнеп аунайҙар, ти зоопарк хеҙмәткәрҙәре.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре