Беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡҡа битараф ҡалмаған кешеләр халыҡтың бары 15 процентын тәшкил итә, әммә тормош уларҙың хеҙмәтенә туранан-тура бәйләнгән. Бөгөн республика башлығы “Йыл кешеһе 2017” бәйгеһендә еңеүселәр менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе.
“Республика Башкортостан" газетаһы бишенсе йыл рәттән ойошторған үҙенсәлекле ярышта йәнә 15 ватандашыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте уҡыусылар тарафынан юғары баһаланды. Йыл кешеһе дәрәжәһен ғалим, уҡытыусы, эшҡыуарҙар, фермер, рәссам, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, пенсионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары яуланы.
Асҡын районында алмағастар үҫтереп кенә ҡалмай, виноград, слива, киләсәктә инде мандариндан уңыш алыу өмөтөн өҙмәгән Альбина Фәтихова “Халыҡҡа белем биреү” номинацияһында йыл кешеһе исеменә лайыҡ булды. Миләш олононда груша емешен алған ныҡышмал уҡытыусының тәжрибәһе бөгөн күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.