Тыныс тормошта ла батырлыҡ эшләп була

Тулыраҡ: Тыныс тормошта ла батырлыҡ эшләп була

Яңы йыл алдынан Алкино хәрби гарнизонында хеҙмәт итеүсе егет һыуға батып барыусыны үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡала. Бәләгә тарыусының хәле яҡшы. Шәмбе көндө йортона ҡайтып барған Владимир Семальченконы яр ситендәге тар ғына һуҡмаҡтан китеп барған шәүлә йәлеп итә. Күп тә үтмәй, йәш кешенең һыуға батып барғанын һиҙеп ҡалдым, ти хәрби.

Ҡыйыу егет күп уйлап тормай, өҫтөндәге курткаһын сисеп ырғыта ла һалҡын һыуға һикерә. Ул ваҡытта һәр бер секунд ҡәҙерле ине.Күлдең икенсе яғына йүгереп барып һыуға һикергәнемде хәҙер төш кеүек кенә хәтерләйем, ти егет. Ике йәш кешене лә дауаханаға алып китәләр. Ҡотҡарылған Артур иптәштәре менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә килеүе асыҡлана, тик кәрәкле ваҡытта дуҫтар ҡайҙа булғандыр , быныһы билдәһеҙ.

Владимир Алкино хәрби гарнизонында контракт буйынса хеҙмәт итә. 23 йәшлек егетте тик ыңғай яҡтан ғына билдәләйҙәр унда. Арабыҙҙа шундай егеттәрҙең булыуы менән ғорурланмау мөмкин түгел. Владимир был аҙымын батырлыҡ тип атамаһа ла, уның ҡыйыулығы айырым иғтибарға лайыҡ.