Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух. Өфөлә “морждар” Яҡутов паркындағы күлдә һыу инде. Һауа температураһының утыҙ градус һалҡын булыуы ла уларға ҡамасауламай, ә киреһенсә дәрт кенә өҫтәй. Йәшенән ҡартынаса йыйылған “морждар” өсөн ҡышҡыһын боҙло һыуҙа йөҙөү яратҡан спорт төрөнә әйләнгән.
Һауа температураһының утыҙ градусҡа етеүенә ҡарамаҫтан, йоҡа ғына кейемдә сыҡҡан был кешеләргә ҡарауы тәүҙә бөтә тәнде өшөттөрә. Тәнгә генә түгел, ә йәнгә лә сихәт һәм рух өҫтәгән һалҡын ҡыш мәкеһе йәнә үҙ “морждарын” ҡаршыланы. Йәшенән ҡартынаса йыйылған ир-егеттәрҙән тыш, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәләмәт тормош өсөн. Мәкенең оҙонлоғо егерме биш метр булһа, ә тәрәнлеге иһә өс метрға етә.
Әйткәндәй, мәкегә сумған кешеләр һыуҙың йылы булыуын иҫбатлай. Теләгән һәр кем мәкегә сума ала, ти морждар. Йыл һайын һалҡын һыу яратыусылар һәм уның ярҙамында сынығырға теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Мәкелә сумыусылар үҙҙәрен һыуҙан сыҡҡас та бик яҡшы тоя. Боҙло һыу үҙенә булған һәр сирҙе алып ҡала, ти улар. Шуға ла мәкелә һыу инеү күптәр өсөн яратҡан спорт төрөнә әйләнә. Ғалимдар әйтеүенсә, улар араһында һыуыҡ тейҙереп ауырыусылар ҙа һирәгерәк.
Шулай ҙа һалҡын һыуға әҙерлекһеҙ сумыу һаулыҡҡа зыян килтереүе тураһында ла онотмаҫҡа кәңәш итә табиптар. Ихтыяр көсө барҙа, мөмкинлектәр ҙә сикһеҙ. Ҡыш һайын күл буйында һыу инеүселәр бер-береһе менән уртаҡ тел табып дуҫлашып та алған. Ҡышҡыһын бөтә мөмкинлектәре булдырылған мәке эргәһе беҙҙең осрашыу урынына әйләнде, ти улар. Әйткәндәй, ҡышҡы һалҡында һыу инеүселәр өсөн бында бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Әгәр ҙә берәй кеше бата башлаһа улар өсөн ошондай махсус камералар һәр ваҡыт ҡул осонда. Мәкегә сумыусыларҙың күбеһе ҡышҡы йөҙөү буйынса үткәрелгән асыҡ чемпионатҡа әҙерләнә. Был ярыш февраль айында үтәсәк.