Бөгөн Рәсәйҙә тәфтиш комитеты ойошторолған көн

Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙә тәфтиш комитеты ойошторолған көн

Был туралағы федераль закон 2011 йылдың 15 ғинуарында ғәмәлгә инде. Уға ярашлы элек прокуратура составындағы хеҙмәт үҙ-аллы структураға әйләнеп Рәсәй Президентына туранан-тура буйһона башланы. Тәфтиш комитеты эшмәкәрлеген енәйәттәрҙе иҫкәртеү һәм асыҡлау менән шөғөлләнгән башҡа хеҙмәттәр менән берлектә алып бара. Башҡортостан биләмәһендә башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә һалым түләүгә ҡағылған тәртип боҙоуҙарҙы киҫәтеү бүлеге ойошторолған.

Бөгөн иҡтисадта көнүҙәк һалымдар сәйәсәтен бойомға ашырыусы тар йүнәлешле бүлекте булдырыу маҡсатын Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы етәксеһе шәхсән ҡуйғайны. 2017 йылдың 10 июлендә барлыҡҡа килгән яңы бүлектә 7 белгес эшләй. Ярты йыл эсендә улар булышлығында 11 енәйәт эшен тикшереү тамамланған. Енәйәттәр иһә иҡтисад өлкәһендә тәртип боҙоуҙар, шул иҫәптән һалым түләү ҡағиҙәләрен үтәмәүгә бәйле.