Командировканан ҡайтыуына өйө юҡ булған

Тулыраҡ: Командировканан ҡайтыуына өйө юҡ булған

Өфөлә йәшәүсе кешеләрҙең ике ҡатлы йортон билдәһеҙ кешеләр һүтеп ташлаған. Ҡала хакимиәте һәм яҡында ғына төҙөлөш алып барған компания етәкселеге иһә торлаҡты емереүгә ҡыҫылышыбыҙ юҡ тип белдерә. Хәҙер был урында төҙөлөш бара. Ә күпмелер ваҡыт элек ике ҡатлы йорт торған. Фәрҙәт Шәйнуров командировканан әйләнеп ҡайтҡансы, уны һүтеп ташлағандар. Ике йыл элек баракта йәшәүселәрҙең күбеһе яңы торлаҡҡа күсерелгән. Әммә, бер-нисә кеше ҡалған булған. Улар араһында Александр Трефилов та бар. Йәш ир Фәрҙәт Шәйнуров кеүек үк хәҙер урамда көн күрергә мәжбүр.

Йортто ни өсөн һәм кем һүтеп ташлаған? Был һорауға ҡала хакимиәтендә лә аныҡ яуап бирә алмайҙар. Тәүҙә баракты республика маҡсатлы программаһына индергәндәр, уға ярашлы, халыҡты күсерергә тейеш булғандар. Әммә, фатир хужаларының бер өлөшө судҡа мөрәжәғәт итеп, программанан баш тартҡан. Тимәк, торлаҡҡа тейергә хоҡуҡтары булмаған. Ике ҡатлы йортто һүтә башлауҙары тураһында иң беренсе хеҙмәтләндереүсе ойошма вәкилдәре белеп ҡала. Октябрь айында уҡ бында экскаватор эшләгән.

Торлаҡ хужалығы тресы етәксеһе Айҙар Гәрәев билдәләүенсә, эшселәрҙең кәрәкле документтары ла булмаған. 2015-се йылда барак янында күп ҡатлы йорт төҙөлөшө башланған. Мәғлүмәттәр буйынса, ҡала хакимиәте һәм төҙөлөш ойошмаһы араһында биләмәне үҫтереү тураһында килешеү бар. Әйткәндәй, емереп ташланған барак урынында тиерлек, яңы торлаҡҡа нигеҙ һалына.

Төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Роберт Адеев иһә камераға аңлатма бирергә теләмәне. Әммә, шәхси аралашыуҙа компанияһының баракты емереүгә ҡыҫылышы юҡлығын белдерҙе. Йәнәһе улар күрше участокта эш алып бара һәм барак ҡамасауламаған. Нисек кенә булмаһын, хәҙер ваҡиға буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү башланы. Хәҙер, элекке барак урыны кәртәләп алынған һәм унда төҙөлөш эштәре бара. Иң ҡыҙығы шунда, Өфө уртаһында ике ҡатлы йортто һүтеп ташлағандар — ә бының өсөн бер кем дә яуаплы түгел.