Дуҫлыҡ күпере

Тулыраҡ: Дуҫлыҡ күпере

Башҡортостан һәм Удмурт республикалары сигендә Кама йылғаһы аша асылған яңы күпер, яңы мөмкинлектәр бирә. Концессия нигеҙендә төҙөлгән стратегик объект, илдә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур проектарҙың береһе. Ғиләж Хәкимов хәҙер Ҡазандан Башҡортостанға күпкә тиҙерәк килеп етә. Быға тиклем юлсылар йәй- урау, ә ҡыш- боҙ аша йөрөһә, хәҙер Кама йылғаһы аша һалынған яңы күпер, булған ҡатмарлыҡтарҙың барыһын да хәл итте. Шулай ҙа автоһәүҫкәрҙәр күпер аша үтеү өсөн түләү хаҡы бер аҙ ҡиммәтерәк булыуына зарлана. Стратегик объекты концессия килешеү нигеҙендә төҙөйҙәр. Шуның өсөн күпер түләүле лә. Хәҙер “Төбәк инвестицион компанияһы” объект менән 49 йыл дауамында идара итәсәк. Кама йылғаһының ике яҡ ярын тоташтырған күпер Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙағы иң ҙур проектарҙың береһе. уны төҙөүгә 14 миллиард аҡса бүленә. Бөгөн ул Башҡортостан, Удмурт республикаларын, Пермь крайын, Свердлов һәм Силәбе өлкәләрен тоташтыра. Стратегик объект үҙен тулыҙынса аҡланы. Кама аша һалынған күпер Волга буйы федераль округы субъектарында пассажирҙар һәм йөк ташыу күләмен бер-нисә тапҡырға артырырға ярҙам итте. Яңы күпер аша бер тәүлектә 15 меңгә яҡын машина үтә. Яңы объект менән ил хөкүмәтенең вице-премьеры Аркадий Дворкович һәм Транспорт министры Максим Соколов та танышты. Башҡортостан алдағы йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы янынан урау ял төҙөргә планлаштыра. Әле проект тикшереү үтә. Удмурт республикаһы сигенән 13 километрғаса һуҙыласаҡ юл, күпер дауамы буласаҡ һәм Нефтекама ҡалаһындағы тимер юл үткәүеле аша үтәсәк. Яңы күпер, Кама йылғаһының ике ярын ғына тоташтырыусы объект түгел. Хәҙер ул Волга буйынан Уралға тиклемге иң ҡыҫҡаҡ юл. Ул М5 һәм М7 федераль трассаларында да транспорт ағымын кәметергә булышлыҡ итәсәк.