25 ғинуарҙа депутаттар 30-ҙан ашыу закон проекттарын тикшерергә ниәтләй. Физик шәхестәрҙең һалым түләү тәртибе, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт тураһында һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереү күҙ уңында тотола. Урындағы үҙидаралыҡ, граждандар йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары институттарын үҫтереү комитеты граждандар мөрәжәғәттәренә яуап биреү ваҡытын ҡыҫҡартырға тәҡдим итә. Депутаттар шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың үҙ эшмәкәрлегенә баһа биреү тураһындағы пунктты ла көн тәртибенә индерҙе. Республика парламенты көҙгө сессияла ғына 50-нән ашыу закон проекты буйынса ҡарарҙар ҡабул итте. Үткән йылда Башҡортостан депутаттары тәҡдим иткән 9 проект Федераль Закон нигеҙенә алынды. Әлеге мәлдә Дәүләт Думаһында йәнә 19 проект тикшерелә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы республика парламентының сираттағы 55-се ултырышы көн тәртибен билдәләне
Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай президиумы республика парламентының сираттағы 55-се ултырышы көн тәртибен билдәләне