Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Бөгөн Рим папаһының Латин Америкаһы буйлап турнеһы башланды. Кисә үк ул Сантьягоға килгән. Чили президенты МишЕль БачелЕт уны самолеттан ҡаршы алған. Ә ҡала урамдарына пантификты сәләмләргә меңәрләгән кеше сыҡҡан. Йылы ҡабул итеүҙәрен әҡарамаҫтан, уныү бында килеүе урындағы халыҡ араһында католиктарҙың кәмеүе менән бәйле.
  • Гректар яңы реформалар менән килешмәйенсә, митингка сыҡҡан. Йәмәғәт траснпорты хеҙмәткәрҙәре эштәрен ташлап, ҡала урамдарына сыҡҡан. Афинала автобустар, метро йөрөмәй. Кешеләр эшкә үҙҙәренең автомобилендә, йәки таксила барырға мәжбүр булған. Һөҙөмтәлә ҡалала километрҙарға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килгән.
  • Америка Ҡушма штаттарында автомобиль юғары тиҙлектә стоматология клиникаһына инеп китә. Ә был килиника бинаның икенсе ҡатында урынлашҡан. Шуға автомобилде эвакуациялауға янғын һүндереү машинаһын саҡыртырға тура килгән. Бәхеткә күрә, водитель дә, уның пассажиры ла ауыр йәрәхәттәр алмаған. Әммә руль артындағы ир тилерткес матдә ҡулланғаны тураһында әйткән.