Быны Өфөләге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр һүҙҙә түгел, эштә иҫбатлаған. Бөхтә һәм таҙа подъезд, матур интерьер, видеокүҙәтеү, консьерж. Был элиталы торлаҡ түгел, ә ябай йорт хаҡында һүҙ. Ишектән инеү менән ихлас йылмайып консьерж ҡаршылай, ә тир-яҡтағы бөхтәлекте күреп был ябай подъезд эсе тип әйтергә тел әйләнмәй. 1982 йылда төҙөлгән йортта йәшәүселәр 8 йыл элек кешесә йәшәргә тигән маҡсат менән берләшә. һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Подъезда тәртипте консьерж яллауҙан башлайҙар, сит-яттарға шунда уҡ юл ябыла. Күршеләр аҡса йыйып махсус бүлмә лә ҡуйҙыра. Гөлнара Әнәсова буш ваҡытының күп өлөшөн дөйөм подъезды биҙәү, матурлау менән үткәрә. 8 йыл элек был йорттан фатир һатып алғанда ул ҡот осҡос хәлдә ине тип иҫкә ала ханым. Был кадрҙар 2016 йылда төшөрөлгән, 18 ҡатлы йортта йәшәүселәр идарасы компанияның битарафлығынан арып баш тартырға була. Әммә бер нисә йыл буйы суд тупһаһын тапарға тура килә. Яңы идарасы компания алдында аныҡ бурыстар ҡуйыла. 2 йыл эсендә йорт эсе күҙгә күренеп үҙгәрә. Берҙәмлектә көс тигәндәй, дөйөм көс менән бер нисә йылда йорт башҡалар өсөн өлгөлөгә әүерелә. Шул уҡ ваҡытта коммуналь түләүҙәр элеккенән 500 һумға кәмей. Хәҙер Гөлнараның лайыҡлы тормош өсөн көрәш өлгөһө менән башҡалар ҙа килеп ҡыҙыҡһына.
Иҫке өйҙә лә матур йәшәргә мөмкин
Тулыраҡ: Иҫке өйҙә лә матур йәшәргә мөмкин