Башҡортостандың заманса бишалыш буйынса мәктәбе үҙенең техник базаһын нығыта. Буласаҡ Олимпия уйындары чемпиондары өөсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡсаларға яңы аттар алынды. Бағдад ҡушаматлы айғыр өсөн әлегә был яңы һарай. Йылҡы малы үҙен тыныс тотһа ла, уны ярыштарға өйрәтеүсе жокей, хатта хайуан үҙе лә киләсәктә ҙур һынауҙар көтөүен яҡшы аңлай. Бағдад алтын миҙалдар алырға тейеш. Республиканың заманса бишалыш мәктәбенә йылҡылар алыу өсөн республика ҡаҙнаһынан бүленгән ҙур сумма һуңғы 7 йылдағы тәүге транш. Быға тиклем спорт үҙәге бишалыш федерация ярҙамында бер-нисә баш йылҡы алып ҡайтҡаны бар ине. Ә алты баштан торған өйөрҙө иһә яңы йыл мөғжизәһе тип әйтергә лә мөмкин. Башҡортостанға ситтән алып ҡайтылған был аттар сабышта ҡатнашыусы йылҡыларҙан ныҡлы айырыла. Улар тәү сиратта ҡаршылыҡтар аша һикерә белергә тейеш. Малдарҙы тәрбиәләү шарттары ла икенсе. Мәҫәлән, ярышта ҡатнашыусы айғыр-бейәләр хатта солярийҙа ла ҡыҙына. Өфөләге олимпия мәктәбендә йылҡылар һаны тағы ла артырға тейеш. Спорт базаһы хәҙер йыл һайын берәр баш ат алырға ниәтләй. Заманса бишалыш буйынса Өфө мәктәбе маҡсаатры ла билдәле. Был ат, мәҫәлән, Башҡортостанға киләсәктә, олимпия уйындарының алтын миҙалдарын алып ҡайтасаҡ.
Яңы аттар - яңы еңеүҙәр
Тулыраҡ: Яңы аттар - яңы еңеүҙәр