Төбәктең ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республикала боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә. Был алдағы ике көндә бер аҙ йылытып, һауа температураһының нольдән 5 градус түбән булыуы менән бәйле. Ә төндәрен, ғәҙәттәгесә, һалҡын. Аяҙытҡанда 20 градусҡа тиклем һыуытып, бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Шуға ла республика юлдарында боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ҡотҡарыусылар водителдәрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә иғтибарлы булырға саҡыра. Аҙна аҙағында ғына һауа температураһы йәнә түбәнәйә.
Һаҡ булығыҙ! Боҙлауыҡ!
Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ! Боҙлауыҡ!