Ҡаты ауырып, һәләк булған. Әммә ысынында иҫән

Тулыраҡ: Ҡаты ауырып, һәләк булған. Әммә ысынында иҫән

Өфөлә йәшәүсе волонтер Екатерина Новоселова мутлашыусылар ҡулына эләгә. Бәйләнештә сайтында төркөм булдырып ярҙамға мохтаж булған һәм күп балалы ғаиләләргә көнкүреш кәрәк-яраҡтарын йыйырға ярҙам итеүсе волонтерға Светлана Панова исемле ҡатын ҡаты ауырып китеүен һәм дауаханаға барыр өсөн аҡса һорап мөрәжәғәт итә. Ә тиҙҙән туғандары уның үлеме тураһында хәбәр итә. Әммә аҡсаны ҡулына алғас, ҡатындың иҫән-һау икәнлеге асыҡлана. Екатерина Новоселова инде биш йыл волонтер эше менән шөғөлләнә. Интернет селтәрендә төркөм булдырып, ярҙамға мохтаж булған һәм күп балалы ғаиләләргә кейем-һалым, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡтар йыя. Ярты йыл элек тап ошо төркөм аша уға Светлана Панова исемле ҡатын ҡапыл ауырып китеүен белдерә һәм дауаханаға барыу өсөн аҡса һорап мөрәжәғәт итә. Ярҙам һораған һәр кеше менән беҙ көн дә тиерлек интернет аша аралашып, хәлен белешеп торабыҙ, ти волонтер. Хәлем насар тип белдергән Светлана Панова менән дә ул бәйләнештә була. Екатерина уға дауаханала ятҡан фотоһүрәттәрен ебәреүен һорай. Әммә ҡатын тик ҡулын һәм дауахана бүлмәһен генә төшөрә. Ҡатындың ауыр хәлен бәйләнеш аша белгән битараф булмаған ят кешеләр уның картаһына ун мең һум тирәһе аҡса йыйып күсерә. Көн дә Екатерина менән аралашып торған Светлана аҡсаны ҡулына алғас та, юҡҡа сыға. Тик бер нисә көндән һуң ғына Екатеринаға ят номерҙан ҡатындың туғандары шылтыратып Светлананың үлеме тураһында хәбәр итә. Екатерина шул саҡта ғына Светлананың алдауы тураһында белеп ҡала. Был видеоҙма аша ла Светлананың тере һәм бөтөнләй ауырымағанлығы күренә. Екатерина Новоселова мутлашыусы ҡулына беренсе тапҡыр эләгә. Аҡса өсөн үҙенең ғүмере менән шаярған ҡатын уны аптырашта ҡалдыра. Мутлашыусыларҙың төрлө юл менән үҙҙәренә аҡса эшләүе күптәргә билдәле. Йылдар дауамында кеше алдашыусыларҙың күбеһе тотолоп, енәйәт эше өсөн яуап бирә. Кеше ышанысына инеп, үҙенә аҡса эшләргә теләгән был ҡатын буйынса ла тикшереү эше башланған.