Хәрбиҙәр ярыша

Тулыраҡ: Хәрбиҙәр ярыша

Ошо көндәрҙә Өфөлә инженер ғәскәрҙәренең бишенсе спартакиадаһы үтә. Унда бар Рәсәйҙән өс йөҙгә яҡын спортсы йыйылды. Һалдаттар, курсанттар, училища офицерҙары үҙ-ара көс һынаша. Өфөгә бөтә Рәсәйҙән 20 команда йыйылған. Хәрбиҙәр үҙ таҫыллыҡтарын гер күтәреү, саңғыла шыуыу буйынса һанай. Әйткәндәй инженер ғәскәрәҙәре араһында ярыш быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелә. Рузил Аҡсурин Алкино хәрби гарнизонында контракт буйынса өсөнсө йыл хеҙмәт итә. Саңғыла бала саҡтан йөрөргә яратам, хеҙмәт итә башлағас төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша башланым, ти егет. Саңғы ярышында һәр бер команданан өсәр кеше ҡатнашты. Гер күтәреүҙә лә хәрбиҙәр һынатманы. Алкино хәрби гарнизонынан ғына был спорт төрөндә һигеҙ егет үҙ көсөн һынап ҡараны. Ярышта быйыл илдең төрлө төбәктәренән 270 хәрби ҡатнаша. Беренсе көндә спорсылар үҙҙәре өсөн сығыш яһаһа, чемпионаттың икенсе көнөнә команда өсөн көс һынаша. Инженер ғәскәрҙәре хәрби операцияларҙа төп ролде уйнай, ти командирҙар. Физик әҙерлек һәм сыҙамлылыҡ – уларҙың төп һыҙаттары. Чемпионатта еңгәндәр иһә Кубок менән бүләкләнәсәк.