Селлә башланыу менән, марий халҡында мәжүси байрам – Шорыкйол байрамы башлана. Тәржемәлә ул һарыҡ тояғы тигәнде аңлата. Ул марийҙарҙа иҫке йылды оҙатып, яңыһын башлай. Краснокама районы мариҙары Шорыкйол байрамын халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре менән башлай. Төрлө кейемдәргә кейенгән халыҡ иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылай. Быуындан-быуынға күсеп килгән марий байрамын Яңы бура ауылы халҡы ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып үткәрә. Борон мариҙар был көндө ғаилә һәм үҙ хужалығының именлеге менән бәйләгән. Байрамдың беренсе көнө бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә. Йәштәр төрлө йорттар буйлап йөрөгән һәм мотлаҡ һарыҡ аҙбарына инеп малдың тойағынан тартырға тейеш булған. Был йола йорт именлеге һәм тыныслыҡҡа юралған. Һарыҡ тояғын тартҡандан һуң, йәштәр ҡойма ҡосаҡлап, үҙ бәхәтен юрай. Ир-егет ҡасан кәләш аласағын, ә ҡыҙҙар иһә ҡасан кейәүгә сығыуын белә ала. Шунда уҡ тормош иптәшең ниндәй буласағын күҙаллай. Төрлө кейемдәргә кейенгән рухтар йорттар буйлап йөрөп, теләктәр теләгәнсе, Сапаевтар ғаиләһе ҡунаҡтар килеүенә әҙерләнә. Табындың төп ризығы ул – ҡоймаҡ. Хужабикә уны кистән үк әҙерләп ҡуя. Ә йорт хужаһы иртән мунса әҙерләй, йорт тирәһен рәтләй. Мәжүси байрам булыуыға ҡарамаҫтан, мариҙар өҫтәлгә шулай уҡ ҙур бәлеш һәм бауырһаҡ та ҡуя. Ҙур табындан һуң, ҡунаҡтар бер-береһенә төрлө теләктәр әйтә, таҡмаҡтар һәм матур йырҙар йырлай. Байрам аҙна буйына дауам итә. Марий халҡы әйтеүенсә, тап ошо ваҡытта яңы йыл башлана. Ҡояш йәйгә борола, ә ғинуар һыуыҡҡа.
Марийҙарса яңы йыл
Тулыраҡ: Марийҙарса яңы йыл