Нидерландта ҙур фестиваль

Тулыраҡ: Нидерландта ҙур фестиваль

Үткән аҙнала Нидерландта ҙур фестиваль үтте. Ул Короллекте Наполеон ғәскәренән азат итеүҙең 205 йыллығына бәйләп уҙғарылды. Ике быуат элек булған ваҡиғаларҙа, европа халҡына “төньяҡ амурҙары” булараҡ билдәле, башҡорт яугирҙәренең өлөшө ҙур. Нидерланд халҡы рәхмәт йөҙөнән беҙҙең милләт вәкилдәрен дә ҡунаҡҡа саҡырып, Башҡортостан мәҙәниәте көндәре ойошторҙо. Тыныс урамдар, таш түшәлгән тыҡрыҡтар, һирәк автомобилдәр һәм талғын ғына аҡҡан тормош. Ҡасандыр бында һуғыш яланы булған, тип әйтерлек тә түгел. Башҡорт атлыларына көслө ағымлы Эйссель йылғаһын аша үтеү бурысы ҡуйыла. Генерал Александр Бенкендорф етәкселеге аҫтында улар кәмәләрҙән күпер төҙөй. Тиҙҙән Амстердам азат ителә. Тап шул көндән Нидерландтың бойондороҡһоҙ көндәре башлана ла инде. Вийе ҡалаһында тарихи ваҡиғалар тураһында һаман да иҫләйҙәр. Ә 205 йылдан һуң бында башҡорт теле йәнә яңғырай. Тап быйыл, еңеүгә 205 йыллыҡты билдәләгән ваҡытта, голланд яғы алышта ҡатнашҡан милләт тоҡомдарын йыйҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар араһында урындағы меценат Юрн Буйсман булды. Ул башҡорт ғәскәрҙәрен ҡаршы алған һәм улар тураһында бик күп ваҡиғалар шаһиты булған Вийе бургомистры тоҡомонан. Хеерде һәм Вийе муниципалитеттары тағы ла бер ҡыҙыҡлы проектты башлаусылар — башҡорт атлыларының данын мәңгеләштереү ниәтен улар беренсе булып башлай. Юбилей сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығыштарын күрһәтте. Ә Рәсәй илселеге осрашыуҙы фестиваль статусына тиклем күтәрҙе. Эде ҡалаһы мәҙәниәт үҙәге сәхнәһендә Александр Пушкин яҙып ҡалдырған 2 быуат элекке ваҡиғалар тергеҙелде. Спектаклдә Башҡортостандың рус драма театры актерҙары менән бергә “Гексагон” голланд ансамбле музыканттары эшләне.

Кемдәрҙер сәхнәлә образдарҙы кисергәнсе, башҡалар сәхнәгә сығыу сиратын көтә. Бына-бына буран тынасаҡ һәм ҡурай моңо аҫтында башҡорт яугирҙәре барлыҡҡа киләсәк. Ә Фәйзи Ғәскәров исемендә Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙары күптән төйәктең символына әйләнгән “Ете ҡыҙ” бейеүе менән тамашасылар күңелен яуланы. Зал шығырым тулы. Сығыш яһаусылар оҙайлы алҡыштар менән ҡаршы алына һәм оҙатыла. Залдан тамашасылар оло тәьҫораттар менән сыға. Концерттан һуң барыһы ла үҙен Башҡортостанда кеүек итеп тоя алды. Фотокүргәҙмәлә Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ағиҙел йылғаһы, һабантуйҙарҙан күренештәр урын алды. Музей экспонаттары ла ҡуйылды залға: милли кейемдәр, ҡул эштәре, һуғыш ҡоралдары. Тарихты үҙгәртеп яҙып булмай, ти башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған голландтар. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ундай ниәтле кешеләр осрай, тип бүлешәләр. Был һүҙҙәргә ышанмау мөмкин түгел. Почетлы консул да, ябай халыҡ та ҙур ышаныс яулай. Улар Рәсәй ғәскәрҙәренә Нидерландтың бойондороҡһоҙлоғо өсөн рәхмәтле.