Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Румынияның премьер-министры вазифаһына ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнгән. 54 йәшлек Виорика Дэнчилэ был илдең хөкүмәтен етәкләгән тәүге ҡатын. Уның кандидатураһын идара итеүсе социал-демакраттар һәм либералдар коалицияһы тәҡдим иткән. Яңы кабинет булдырыу һәм уның программаһын әҙерләүгә Дэнчилэға 10 көн бирелгән.
  • Ҡытайҙа фил балаһын ҡотҡарғандар. Әммә уның ғүмеренә ҡурҡыныс янай. Соҡорға төшөп киткән бер айлыҡ ҡына йәнлекте урындағы халыҡ күреп ҡалған. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре уны соҡорҙан алып, ветеринарҙарға тапшырған. Фил әле реабилитация үтә.
  • Лапландияла боҙҙан ҡунаҡхана төҙөгәндәр. Ул билдәле “Игра пристолов” сериалы мотивтары буйынса эшләнгән. Тимер тәхет, ҙур аждаһа һыны һәм башҡа геройҙар. Улар барыһы ла ысын кеүек, тик боҙҙан һәм ҡарҙан тора. Был үҙенсәлекле ҡунаҡхана — Рәсәй, Польша, Латвия скульпторҙарының дөйөм эше.