Пермдәге фажиғәнән һуң Мәғариф министрлығы мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү тураһында күрһәтмә бирҙе. Өфө дөйөм белем биреү йорттарында уҡыусылар именлеге нисек хәстәрләнә. Беҙҙең хәбәрселәр үҙ-аллы тикшереү үткәрҙе. Йөҙөнсө һанлы уҡыу йорто хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса иң еңел йыһазландырылғандар иҫәбендә.
Электрон асҡыс менән инеү ҡаралған бинала бер юлы ике мәктәп уҡыусылары белем ала. Ваҡытлыса. Вахтала торған ҡатындар уларҙы тиҙ генә танып та өлгөрмәй. Ят кешеләргә лә артыҡ ҡаршылыҡ күрһәтмәйҙәр. 96-сы гимназияла һаҡ саралары ҡағиҙәләргә ярашлы. Сит кешеләргә мәктәп биләмәһенә инеү тыйыла. Шулай ҙа беҙҙең хәбәрсенең яғымлы һүҙе үтемле. Ата-әсә балаларын дәрестәр бөткәнсе мәктәп тупһаһында көтә. Ишеккә тиклем оҙатып, ихатала ҡаршы алырға тырышалар. 2016 йылда язалап үлтерелгән Виолетта Токарчуктың иҫтәлеге яҡты. Өлкәндәр фекеренсә, мәктәп эсендәге һаҡ талаптары ҡәнәғәтләнерлек. 39-сы гимназияны башҡаланың иң яҡшы йыһазландырылған мәктәбе булараҡ беләләр. Бында электрон йоҙаҡ, турникет, һаҡ хеҙмәте уяу, ят кешенән мотлаҡ шәхес танытмаһы талап ителә. Хәйер, бөхтә кейенгән яҡты сырайлы таныш түгел кешегә аңлаусан мөнәсәбәт һиҙелә. 35-се белем биреү үҙәгендә лә хәүефһеҙлек саралары етди хәстәрләнгән.
Биләмә тыштан да эстән дә күҙәтеү аҫтында. Уҡыусылар һәм ата-әсә электрон асҡыс менән ишек асып инә. Уҡытыусылар Пермдәге фажиғә тураһында хәбәр таралғас та хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтергә төшөргән класс сәғәттәре ойошторған. Белгестәр тикшереү һәм һаҡ йыһаздарының бар мөмкинлектәрен дә асып һалмай. Ҡоролмаларҙың йәшерен ҡалыуы хәйерлерәк. Тревога нөктәһенә баҫыу тиҙ ярҙам төркөмөн хәрәкәткә килтерә. Башҡалала бындай 40 төркөм дежурҙа тора. Ашығыс хәл итеү хеҙмәткәрҙәре мәктәптәрҙән бындай саҡырыуҙарҙы һирәк алына, тип белдерә. Әммә үҫмерҙәрҙең шаяртҡан осраҡтары ла етди яуапҡа тарттырыла. Хәүеф сигналы алынған урында ентекле тикшереүҙәр үткәрелә.
Закон уҡыусыларҙы тентеүҙе тыя. Уҡытыусыларға ла балаларҙың портфелен астырып ҡарарға, кеҫәләрен ҡапшарға ярамай. Шуға ла именлек һағында тороу хакимиәт бурысы ғына түгел, һәр кемдең шәхсән хәстәрлегенә лә бәйле. Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларының шартына килтереп үтәлеүенә ҡарамаҫтан балаларҙың именлеге кеше факторына ҡайтып ҡалыуы асыҡланды. Хәүефһеҙлек тураһындағы әңгәмәләрҙе дәрестән тыш ата-әсә өйҙә лә даими үткәрһә һөҙөмтәләр яҡшыраҡ булыр ине.