1943 йылдың 18 ғинуарында Ҡыҙыл Армияның Ленниград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре Шлиссельбург янында осраша һәм шуның менән Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала оло ер менән тоташа. Уның аша аслыҡ-яланғаслыҡттан интеккән халыҡҡа аҙыҡ-түлек менән ылауҙар килә башлай. Әммә, ҡала тағы ла бер йылдан ашыу ҡамауҙа була. Был осорҙа ла кешеләргә төрлө михнәттәр аша үтергә тура килә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Людмила Шәриповаға 7 йәш була. Шунда уҡ, уның атаһы хәрби хеҙмәткә алына. Ә 8-се сентябрҙә дошман Ленинградҡа килеп етә һәм ҡаланы ҡамауға ала. Людмила ханымдың ғаиләһенә 900 көн һәм төн үлем менән көрәшергә тура килә. Ул ваҡиғаларҙы Людмила Шәрипова хәҙер генә иламайынса иҫкә ала. Сөнки, күҙ йәштәренең ағыры ағып, кибере кибеп бөткән. Блокада өҙөлгәс Людмила Шәрипова ғаиләһе менән Башҡортостанға эвакуациялана. Ике йылдан Ленинградҡа әйләнеп ҡайта. Әммә, яҙмыш уны йәнә беҙҙең республика менән бәйләй. Йәш ҡыҙ Өфөгә килен булып төшә. 43-сө йылдың 18 ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә. Барлыҡҡа килгән 11 саҡрым киңлегендәге коридор аша ҡала ҡоро ер буйлап ил менән тоташа. Әммә, Ленинградты тулыһынса азат итеү өсөн тағы ла бер йылдан ашыу ваҡыт кәрәк була әле.
Шәкирә Бикбулатова ла ауыр һынауҙар аша үтә. Бәләкәй баланың күҙе алдында яҡындары донъя ҡуя. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Ленинград блокадаһында 400 меңдән миллион ярымға тиклем кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы яугирҙәргә лә ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килә. Блокадала булыусыларға икмәк ҡәҙере яҡшы таныш. Аслыҡ-яланғаслыҡты татыған ағай-апайҙар, инәй-олатайҙарҙың дуҫлыҡ-туғанлыҡ ептәре лә ныҡ. Улар бер-береһе менән осрашып, аралашып тора. Ошо маҡсатта яңыраҡ Башҡортостанда Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙың ойошмаһы булдырылды.
Бөгөн Ленинград ҡулсаһы өҙөлөүгә 75 йыл тула. Был ваҡиға Петербург халҡы өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Сөнки, тап 18-се ғинуарҙан Лениградты азат итеүгә беренсе аҙым яһала. Йәғни, кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың йәшәүгә өмөтө көсәйә.