Тарихты үҙгәртеп булмай

Тулыраҡ: Тарихты үҙгәртеп булмай

Бөйөк Ватан һуғышының иң аяныслы Сталинград яуы тамамланыуға 2 февралдә 75 йыл тула. Өфөлә был датаға арналған саралар башланды. Бөгөн Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында ветерандар, тарихсылар, уҡытыусылар ҡатнашлығнда түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Иң яҡшы костюмын кейеп, бихисап орден-миҙалдарын тағып, Хәсән Хөснөризалов осрашыуға әҙерләнә. Хәсән Рәхим улы 1942 йылда фронтҡа алына һәм 214-се уҡсылар дивизияһы составында Сталинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

Бөгөн Хәсән Хөснөризалов ошондай уҡ мөрәжәғәт менән тарихсылар, ғалимдар, уҡытыусылар алдында сығыш яһай. Тормошто яратырға һәм үткәндәрҙе онотмаҫҡа. Сталинград өсөн алыш Бөйөк Ватан һуғышында хәл иткес яуҙарҙың береһе була. Гитлерҙың иң тәүҙә нефтле төбәктәрҙе яулау планы ғәмәлгә ашмай. Был ҡан ҡойошло алышта совет ғәскәре 1 миллион һалдатын юғалта, Фашистар араһында ҡорбандар 1 ярым тапҡырға күберәк була. Документтарҙа теркәлгән һандарҙан ҡот осҡос күренеш күҙ аллдына баҫа. Яу барған ваҡытта взвод командирҙары уртаса 3 көн йәшәй, рота командирҙары 7 көн. Һәр 3 секунд һайын бер кешенең ғүмере ҡыйыла.

Башҡортостанда бөгөн Сталинград яуында ҡатнашҡан 18 яугир йәшәй. Ветерандар һаны йылдан-йыл кәмей, ә был ҡәһәрле 200 көн хаҡында хәтирәләр тере шаһиттарҙан тарих тигән яҙмала ғына ҡала. Ә уны үҙгәртергә теләүселәр бөгөн бихисап. Башҡортостан яугирҙәренең өлөшө ҙур була. Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112 башҡорт атлы кавалерия дивизияһы тап Сталинград яуында тәүге сынығыу үтә бынан тыш бер нисә командование 75 мең һалдат менән тулыландырып илдең көнъяғында барған иң ҡаты алышҡа оҙатыла. Бөйөк еңеүгә дан, ҡорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын уятыу, тарихтың дөрөҫөн киләсәк быуынға еткереү бурыстары хаҡында бөгөн фекер алышты конференцияла ҡатнашыусылар. Немец армияһы Сталинград өсөн яуҙа ғына еңелмәй, ә һуғышта еңеләсәген таный һәм был ғәрәсәтле армияны һындыра. Әммә бөгөн был тарихты үҙгәртеп яҙыу, совет ғәскәрҙәренең ҡаһарманлығын онотторорға теләүселәр күп. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар был ғәҙеһеҙлеккә юл ҡуймаҫҡа тигән уртаҡ маҡсатты ҡуя.