Сафланыр мәл

Тулыраҡ: Сафланыр мәл

Православ христиандар иң изге дини байрамдарын билдәләй. Дини ышаныуҙар буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы, сиркәүҙәрҙә Иисус Христос хөрмәтенә йырҙар йырланы. Православ христиандарға Керәшен иң изге байрамдарҙың береһе.

Байрам кешелеләргә бер-береһенә миһырбанлы, ихтирамлы, иғтибарлы булырға саҡыра. Берәүҙәр сиркәүҙәрҙә Иисус Христос хөрмәтенә йырҙар йырлап, доғалар ҡылып, барлыҡ һыу сығанаҡтарын изгеләндерһә, икенселәре мәкегә сумды. Яҡутов паркындағы Һалдат күлендәге мәкегә сумырға олоһо ла, кесеһе лә килгән. Керәшен төнөндә йылға-күлдәрҙә уйылған мәкеләрҙә күптәр иорданға сума. Улар араһында православ христиандар ғына түгел, ә башҡа дин вәкилдәре лә бар.

Өфөлә 3 махсуслаштырылған иордань эшләй. Ҡышҡыһын һыуыҡ һыуға сумыу күптәре өсөн оло һынау. Әммә теләүселәр һаны артҡандан арта ғына барҙы. Меңәрләгән кеше тупланған урында төп бурыс, әлбиттә, халыҡтың именлеген тәьмин итеү. Изге һыуға сумыусылар, ҡотҡарыусылар һәм табиптар күҙәтеүе аҫтында булды. Беҙ ҙә изге төндә һыуға сумып сығырға булдыҡ. Яҡутов паркындагы Һалдат күлендәге мәкегә сумырға меңдән ашыу кеше килгән.

Православ христиандар ышаныуынса, кәрәшен төнөндә бөтә һыу ҙа изге. Мәкегә сумыу — насар уйҙарҙан арыныу, тәнде генә түгел, ә рухи таҙарыныу билдәһе. Изге көндәрҙә христиан динле кешеләр балаларға бүләк бирергә, ярлыларҙы ашатырға, ололарға ярҙам итергә, сиркәүгә барып доға ҡылырға тейеш. Был осор төрлө дин вәкилдәрен дә яҡтылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа саҡырыу ваҡыты.