Благовещен районында йәшәүсе Раиса Яппарова балта менән юлдағы боҙҙо онтап, ҡом һибеүе менән бөтә илгә танылғайны. Был ваҡиғаның дауамы ла бар. Яңы йылда яңы уңыштар. Раиса Яппарова юлда тайғаҡ булмаһын өсөн балта менән боҙҙо онтай һәм ҡом һибә. Ә барыһы ла ҡурҡыныс авариянан һуң башлана. Ғинуар башында балалары менән ҡунаҡҡа килә ятҡан туғандары был урында аварияға осрай. Был видеоны илебеҙҙең барлыҡ тиерлек телеканалдары күрһәтеп сыҡты. Ошонан һуң юлды көн һайын таҙарта башлағандар һәм ҡом да һибәләр. Хәҙер, трассала авариялар теркәлмәй. Әүҙем ханымдың башланғысы властарҙы ла битараф ҡалдырманы.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе үҙе шәхсән килеп Раиса Яппарованың хәлен белеште. Ул был юл айырым күҙәтеү аҫтында буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Хәҙер, ауыл халҡы әүҙем ҡатынға рәхмәттәр уҡый һәм юлдың таҙартылыуына ҡыуанып бөтә алмай. Әммә, кешеләрҙе тағы бер проблема борсой. Уны хәл итеү өсөн Раиса Яппарова телефонға видео төшөрөргә һәм интернет менән ҡулланырға өйрәнергә йыйына. Морозовка ауылында йәшәүселәрҙе, Морозовка Соколовка араһындағы юл мәсьәләһе лә борсой. Яҙлы-көҙлө ул үтеп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнә. Ә бәләкәй генә йылға ташһа, ауыл менән бәйләнеш бөтөнләй булмай.