Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Көнсығыш-Ҡытай диңгеҙендә һәләкәткә осраған иран танкерынан яғыулыҡ ағып сыҡҡан. Майлы таптың майҙаны 100 квадрат километрға барып етә. Ҡытай экологтары, был ағыулы матдәнең тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүе ихтимал, ти. Һыу судноһы 115 метр тәрәнлекетә ята. Махсус роботтар ярҙамында матдә ағып сыҡҡан тишекте табып, уны туҡтатырға йыйыналар. Бер юлы диңгеҙҙе бысраҡ таптарҙан таҙартыу эштәре бара.
  • Дрон ярҙамға ашыға. Австралияла һыуға батып барыусы ике кешене дрон ярҙамында ҡотҡарғандар. 16 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәр диңгеҙҙә көслө тулҡындар сығыуы арҡаһында ярға табан йөҙә алмайынса, бата башлаған. Ҡотҡарыусылар уларҙы күреп ҡалып, дрон ярҙамында уларға өрөп тултырылған һал осорған. Урындағы властар, был ҡотҡарыу осрағын уникаль тип атаған.
  • Бөгөн Православ христиандар Керәшен байрамын билдәләй. Был көндәрҙә барлыҡ һыу, изге тип һанала, шуға носраниҙар мәкеләргә сумып, тән һәм йән сихәте ала. Быйыл Рәсәй төбәктәрендә өс мең ярым урында иордань эшләнеп, уларҙа кәм тигәндә лә миллин ярым кеше был ғәмәлде үтәне. Ил башлығы ла Селигерҙағы монастырь янында һыу ингән.