Автобустарҙа юл хаҡын хәҙер банк картаһы аша түләп була. Бындай ысул әлегә өс төрлө йүнәлешле автобуста булдырылған. Әйткәндәй, быйыл маршруттарҙа терминал аша түләү ысулы киңәйтеләсәк. Карта аша түләү ысулына халыҡтың ҡарашы ниндәй? Водителдәр өсөн уңайлымы? Элек халыҡ автобустарҙа юл хаҡын кеҫә аҡсаһы менән түләһә, ә хәҙер иһә банк картаһы менән дә билет алырға мөмкин. Бындай ысул ваҡытты ла күп алмай, рулдә ултырыусыға ла юлда иғтибарлыраҡ булырға мөмкинлек бирә. Юл хаҡын банк картаһы аша түләү ысулы әлегә өс кенә йүнәлешле автобуста булдырылған. 2017 йылдың башында ғына сыҡҡан бындай мөмкинлекте әлегә күптәр белеп етмәй. Шуға ла көнөнә терминал аша бары ике-өс кенә кеше ҡулланырға мөмкин. Ә бына трамвай һәм троллейбустарҙа социаль һәм электрон карта аша түләү 2009 йылдан алып эшләй. Ә хәҙер иһә был тимер аттарҙа ла банк картаһы менән билет алып була. Әммә банк картаһы менән ҡулланыу өсөн уның бер –нисә ҡағиҙәләрен дә белеү мотлаҡ. Хәҙерге ваҡытта кешеләр теләһә ниндәй банк картаһы аша юл хаҡын түләй ала. Был картала ошондай билдә булырға тейеш. Әйткәндәй, юл хаҡы 20 һум булһа, ә банк картаһы менән 18 һум буласаҡ.
Әйткәндәй, маршруттарҙа юл хаҡын терминал аша түләү халыҡ өсөн генә түгел, ә транспорт хеҙмәткәрҙәре өсөн күп уңайлыҡтар тыуҙыра. Халыҡ өсөн генә түгел, ә водителдәр өсөн дә күп уңайлыҡтар тыуҙырған терминал аша түләү ысулы быйыл күп автобустарҙа булдыраласаҡ. Бындай ҡарарға хөкүмәт премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы. Банк картаһы аша юл хаҡын түләү ысулы тиҙҙән шулай уҡ ҡала һәм ҡала яны маршруттарҙа ла булдыраласаҡ.