INAYA этнопаркы

Тулыраҡ: INAYA этнопаркы

Республикала яңы асылған INAYA этнопаркы тирмәгә килеп, ата-бабалар көнкүрешен ғәмәлдә танырға саҡыра. Проект авторҙары тарихи белемде камиллаштырыуҙы кеше торлағы эволюцияһынан башларға тәҡдим итә. Салауат халҡы быйыл ҡыш ял көндәрен Ағиҙел буйында үткәрә ала. Бында INAYA этнопаркы — ысын башҡорт тирмәләре урынлашҡан. INAYA, тимәк башҡаса. Этнопарк проекты Башҡортостан халҡы өсөн яңылыҡ түгел. “Башҡаса” тирмәне башҡаларҙан бөгөлмәле имән уҡтарҙан ҡоролоп кейеҙ менән ябылыуы айыра. Тирмәне тик башҡорттар ошолай итеп яһаған, ти Эмиль Кәримов.

Миҫал өсөн ошо уҡ майҙанда типи атамалы индеец тирмәһе, математик камил иҫәпкә нигеҙләнеп өсмөйөштәрҙән йыйылған геодезист йорто бар. Торлаҡ эволюцияһы менән ҡыҙыҡһынғандарға заманса уйын ҡоролмалары ла ҡуйылған.

Арҡандан яһалған паркта йылғырлыҡта һынау тоторға, уҡтан сәпкә атып мәргәнлектә уҙышырға теләгәндәр етерлек. Был тирмәләрҙең йәйләү урыны йәмле Нөгөш буйындағы Һәргәй ауылы янында. Ҡышын этнопарк ҡала эргәһенә яҡынлаша. Салауаттар уны үҙ биләмәһенә үҙҙәре саҡырған. Балалар ҡәнәғәт. Тирмәлә уларҙы тик заман ҡаҙанышы юҡлығы борсой. Хәйер, йәш быуындың күпселеге бөгөн телевидение тапшырыуҙарын кеҫә телефонынан да донъя мәғлүмәт даирәһенә сығып ҡарай. Ә бына хуш еҫле йүкә балы, сәк-сәк ҡушып мәтрүшкәле сәйҙе усаҡ тирәләй күмәкләшеп тәмләр өсөн ысын мөхит кәрәк. Ата-әсә иһә был мөхиттең бала күңелендә тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләгәнен таный. Көнкүреш ғәҙәттәрен быуаттар аша һаҡлап булғанын аңлай.

Тематик музей һәм төрлө ваҡиғаларҙы тергеҙеп күрһәтеү кеүек сараларҙы бөгөн күңел асыу аттракционы тип ҡабул иткәндәр ҙә бар. INAYA этнопаркына сәйәхәтселәр өсөн биҙәлгән йәйләү тип кенә ҡарау дөрөҫ түгел. Уның маҡсаты – башҡорт көнкүрешенә иғтибарҙы нығытып милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итеү.