Ғаилә, әсәлек, балалыҡты яҡлау өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу – депутаттарҙың эшсе төркөмө ултырышында ошо хаҡта фекер алышыуҙарҙа ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, прокуратура, тәфтиш комитеты һәм полиция вәкилдәре ҡатнашты. 2017 йылдың майында Өфөлә беренсе тапҡыр үткән ата-әсә форумы тәҡдимдәре уңышлы бойомға ашырыла. Республикала Рәсәй төбәктәрендә тәүгеләрҙән ғаилә мәсьәләләрен көйләүсе дәүләт хеҙмәте булдырылды. Балалар һәм үҫмерҙәр араһында суицид осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында белем биреү йорттары шәхескә зыян килетерерҙәй мәғлүмәт таратыусы сайтттарға сик ҡуйҙы. Балаларҙың сәләмәтлеге, шул иҫәптән психик торошо даими күҙәтелә. Тик дәүләт яғынан күрелгән саралар ғына аҙ. Хәүефле сайттарҙан балалар өйҙә лә һаҡланған, һаулығына ҡарата ата-әсә яғынан да иғтибар тойһон өсөн махсус хеҙмәттәргә ғаилә менән бәйләнеш тоторға, әхләҡи тәрбиәгә баҫым яһарға тигән тәҡдимдәр көнүҙәк.
Ғаилә, әсәлек, балалыҡты яҡлау өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу
Тулыраҡ: Ғаилә, әсәлек, балалыҡты яҡлау өлкәһендәге закондарҙы камиллаштырыу