Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Япония Көнсығыш Европаға юл тота. Ил премьер-министры 2018 йылды Европаның алты иле буйлап тарихи сәйәхәттән башланы. Уның менән бергә тиҫтәнән ашыу эшҡыуар ҙа бар. Делегацияның төп маҡсаты — дипломатик һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе көйләү.
  • Яңы Гвинеяла ҡырҡ йыл йоҡлаған вулкан уянған. Янартау эргәһендәге утрауҙа йәшәүселәрҙе хәүефһеҙ урынға сыҡарғандар. Әлеге ваҡытта был утраҙың яртаһын лава — вулкандан урғылып сыҡҡан утлы шыйыҡ матдә ҡаплаған. Газ һәм төтөн бағанаһы ике километрға тиклем күтәрелгән. Хатта караптарға һәм самолеттарға ла бында яҡын килмәҫкә кәңәш итәләр. Вулкан атылыуҙан, диңгеҙҙә көслө тулҡын – цунами барлыҡҡа килеүе ихтимал.
  • Ҡарлы футбол. Нижегород өлкәһендә футбол буйынса ярыш ойошторолған. Уның үҙенсәлеге -уйынсыларҙың быймала булыуы һәм футбол майҙанының ҡарҙан таҙартылмауы. Уйын 2018 йылда үтәсәк донъя чемпионатына әҙерлек өсөн төҙөлгән күнекмәләр базаһында үтте. Унда Түбәнге Новгород журналистары һәм Алжир, Төркиә, Марокко һәм Тунистан килгән студенттар көс һынашты. Ярышта дуҫлыҡ еңде.
  • Саңһыҙ эш. Рәсәй космонавты Антон Шкаплеров космоста саң һурҙырғысты эйәрләгән. Интернет селтәрендәге сәхифәһенә яҙыулыусылар тәҡдиме менән ул Халыҡ-ара космос станцияһында хәрәкәт итеүҙең яңы ысулын өйрәнгән. Видеонан күренеүенсә, хәҙер Антон станция буйлап саң һурғыс ярҙамында осоп йөрөй.