Башҡортостан ғалимдары ауыл хужалығы тармағындағы сираттағы асышҡа патент алды. Аграр университет нигеҙендә уйлап табылған ҡоролма баҫыуҙа уңышты юғалтыуһыҙ йыйырға һәм яғыулыҡта экономияларға мөмкинлек бирә. Әлегә аҡыллы технология 4 комбайнға ғына урынлаштырылған. Илшат Баҡыев буласаҡ механизаторҙы Рәсәй ғалимдары уйлап тапҡан ҡоролманы сит ил тракторына урынлаштырыу, ҡулланыу нескәлектәре менән бүлешә. Уның ярҙамында техника күпме дизель яҡҡанын да, ниндәй юл үткәнен дә белергә мөмкин. Ә махсус программала ауыл баҫыуҙары картаһы һыҙылып үтелгән маршрут һаҡланып бара, уны аҙаҡ компьютерҙа ҡарарға мөмкин.
Был аҡыллы технология яғыулыҡта ғына 11 процент экономия бирә. Әле республика буйынса 1 меңдән ашыу техникаға был йыһаз ҡуйылған. Ҡоролма ураҡ барышын тулыһынса контролгә алырға ла һәләтле. Комбайн иген урған ваҡытта сәғәтенә 5 саҡрымдан да шәп барырға тейеш түгел, юғиһә башаҡтар һуғылып бөтмәйенсә һаламға сығарып ташлана. Ә механизатор план артынан ҡыуып был талапты үтәмәй. Программаға һалынған тиҙлек арттырылһа фермерҙың кеҫә телефонына сигнал килә. Әммә баҫыу шарттарында уны ҡулланыу бик үк уңайлы түгел, сөнки бөтә ерҙә лә интернет юҡ. Ә етәкселәр ялан башынан күҙәтергә күнеккән. Шул саҡ аграр университеты ғалимдарында ҡоролманы урын еренә еткереү идеяһы барлыҡҡа килә лә инде. Идея биреп һынауға ризалашҡан Илеш районындағы хужалыҡ быйыл ураҡ кампанияһында ғына сығымдарҙы 10-12 процентҡа ҡыҫҡарта алған.
Киләсәктә Рәсәй ғалимдары уйлап тапҡан технологияның Башҡортостан белгестәре тарафынан яңыртылған варианттағы ҡоролмаһы республиканың һәр хужалығына барып етергә тейеш. Әле ауыл хужалығы министрлығында аграрийҙарға был йәһәттән ярҙам саралары өйрәнелә.