Спорт менән шөғөлләнгән һәр кемгә лә билдәле – тән торошон төрлө яҡлап үҫтереү мөһим. Республиканыңҡатнаш алыш федерацияһында шөғөлләнгән егет-ҡыҙҙар быны яҡшы белә һәм буш ваҡытында башҡа спорт төрҙәренә иғтибар итә. Саңғыла йүгереү һәм рингта һуғышыу. Бер-береһенә бөтөнләй оҡшамаған был ике спорт төрөнөң, шулай ҙа оҡшаш яҡтары күп. Һәр ҡайһыныһында ла тын юлдарының иркен булыуы һәм сыҙамлылыҡ талап ителә. Ә бына мускулдар төрлөсә эшләй икән. ММА федерацияһында үткәргән төрлө кимәлдәге уйындарҙа төбәк спортсыларының уңышлы сығыш яһауы, уларҙың әҙерлегенең яҡшы кимәлдә булыуын раҫлай. Алышсыларҙың бөтә яҡлап та камил үҫешеүенә ҙур иғтибар бүленә. Саңғыла йөрөй белмәү оят түгел, өйрәнергә теләмәү оят, тип һанай Максим Чудов һәм, яҡшы өйрәтеүсең булғанда, бер көн эсендә төрлө алымдарҙы үҙләштерергә, ә аҙаҡ, ташламай шөғөлләнеп, камиллаштырырға була ти. Түбәнгә шыуып төшөү, үргә менеү, тигеҙ урындарҙа төрлө стилдә елдереү – даими саңғыла йүгергән хәлдә бик тиҙ оҫтарырға мөмкин. Саңғыла йөрөүҙең бөтә тәмен татырға теләүселәр өсөн классик , ә тиҙлеккә өҫтөнлөк биреүселәргә коньки стиле ҡулай. Иң мөһиме – саңғыла йөрөүҙең бер кемгә лә зыяны юҡ. Файҙаһы – һанап бөткөһөҙ. Еңел генә осоп ҡуҙғалып киткән Максим Чудов менән үткән дәрестең иң ҡыҙыҡлы өлөшө эстафета булғандыр.
Йылдамлыҡ, етеҙлек һәм саңғыларҙа кәүҙәне дөрөҫ тотоу һәләте тап ошонда асыҡланды. Ҡатнаш алыш федерацияһы спортсылары артабан саңғыла даими йөрөргә тигән теләктә. Ҡышҡыһын сынығыу өсөн мөмкинлектәр ҙур. Шуға күрә лә киләһе ялдарҙа егеттәр ҡышҡы футбол уйнарға ниәтләй.