Юл хәрәкәте инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра

Тулыраҡ: Юл хәрәкәте инспекцияһы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы халыҡты иғтибарлы булырға саҡырҙы.

Бөгөн дә көндөң насар булыуы көтөлә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, төбәктә урыны менән буран сығып, ел тиҙлегенең секундына 20 метрға етеүе фаразлана. Буран әллә ни көслө булмаһа ла, ҡар яуыуы көтөлә.

Ел мәлендә йәйәүлеләргә ағас һәм бағана аҫтында тормаҫҡа, ә водителдәргә иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Ҡотҡарыусылар алыҫ юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.