Өфөлә Ағиҙел күпере аша реверсив хәрәкәт өсөн тағы ла бер һыҙат өҫтәлде

Тулыраҡ: Өфөлә Ағиҙел күпере аша реверсив хәрәкәт өсөн тағы ла бер һыҙат өҫтәлде

Элек унда ике махсус светофор эшләй ине, яңыраҡ өсөнсөһө лә сафҡа инде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел аша һалынған иҫке күпер аша хәрәкәт туҡтағас, ҡала хакимиәте йөк ташыусы транспорттың хәрәкәтен яңы күпер аша, иртәнге алтынан киске унғаса ябырға ниәтләгәйне. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, әле бар кәрәкле документтар ҙа әҙер, шуға ошо көндәрҙә ауыр транспорт хәрәкәте ошо ваҡыт арауығында сикләнәсәк.