Республикала суррогат алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары көндән-көн арта.
“Фанфуриктар” һатыу тыйылғас, айырым йүнселдәр юғалып ҡалмаған. Үҙ гараждарында сайҙа ойоштороп ебәргән. Ағыуҙы тик ышаныслы һәм тикшерелгән кешеләр генә һатып алала. Халыҡ араһында “фанфурик” тип танылған спиртлы эсемлекте ошондай гараждарҙа һатып алырға була. Тик урындағы халыҡ әйтеүенсә, уны ябай кеше һатып ала алмай, ә тик “үҙҙәренең” белгән һәм ышаныслы кешеләренә һаталар.Өфөнөң Ҡазан урамы. Тап ошо урамдағы гараждарҙың береһе “фанфуриктар” менән һатыу итеү үҙәгенә әйләнгән.
Тик унда инеү түгел, ә яҡын барыу ҙа ҡыйын. Үҙҙәренең даими клиенттарын белгән хужалар ят кешеләргә спиртлы эсемлекте бөтөнләй һатмай. Фанфурикты беҙгә ошо гараждағы кибеткә даими йөрөүсөләрҙең береһе алып бирергә ышандырып, бер-нисә минуттан ағыулы эсемлекте ҡулына төшөрөп маҡтанды. Һуңынан беҙ үҙебеҙ ҙә барып һатып алып ҡарарға булдыҡ. Тик гараж хужаһы, бер ниндәй ҙә алколь продукцияһын һатмауын иҫбатланы.
Спиртлы эсемлектәргә өҫтөнлөк биреүселәр әйтеүенсә, гараж һәм башҡа төрлө урындарҙа алған фанфуриктар, магазин кибеттәрендә һатылған алкогольдән күпкә яҡшыраҡ имеш. Белгестәр иһә был ҡылыҡты кешенең лицензиялы алкоголь алырға аҡсаһы булмағанлығы менән бәйләй. 2016 йылда Иркутск ҡалаһында “Боярышник” эсеп 78 кеше һәләк булды, ә 123-се ағыуланды. Росстат мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә 2017 йылда 300 мең кеше алкоголь менән ағыуланып, яҡты донъя менән хушлашҡан). Шуларҙың өстән бер өлөшө суррогат алкольдән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан да ағыулы эсемлектәр менән мауығыусылар исемлегендә аҙаҡҡы урында түгел.