Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек йыйымының хаҡы иғлан ителде

Тулыраҡ: Башҡортостанда минималь аҙыҡ-түлек йыйымының хаҡы иғлан ителде

Республика Статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, декабрҙә ул 3 мең 460 һумға еткән.

Бер йыл элекке күрһәткескә ҡарағанда, 1,6 процентҡа артҡан. Аҙык-түлек тупланмаһында иң күбе һөт ризыҡтары ҡиммәтләнгән, ә шәкәр, йомортҡа һәм ярмалар арзанайған. Әйткәндәй, былтыр картуфтың хаҡы башҡа социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә ҡарағанда күберәк артҡан. Белгестәр быны яҙҙың һалҡын, уның һөҙөмтәһендә картуф уңышының түбән булыуы менән бәйләй.

Хаҡтар уҙған йыл аҡ майға — 20, һөткә — 9, ҡара икмәккә — 5, ҡара сәйгә 4 процентҡа күтәрелгән. Уның ҡарауы, шәкәргә — 18, ҡарабойҙайға — 16, йомортҡаға — 7, көнбағыш майына 6 процентҡа арзанайған. Тулайым алғанда, аҙыҡ-түлек 3 процентҡа ҡиммәтләнгән.