Уҙған йылда Рәсәйҙә иген баҙары биржаһы ойошторолғайны. Уның маҡсаты – хужалыҡтарға йыйып алынған ашлыҡты туранан-тура икмәк етештереүселәргә һатыуҙа ярҙам күрһәтеү. Был иһә аграрийҙарға игенде юғары хаҡҡа, ә һатып алыусыларға түбәнерәккә һатып алырға мөмкинлек бирәсәк. Йәғни, сауҙала аралашсылар булмай, улар урынына брокер компаниялары эшләй. Бынан тыш, иген биржаһы мотлаҡ һатып алыусыны табырға һәм игендең һатылыуын вәғәҙәләй. Шулай уҡ, хужалыҡтарға 1 процент менән финанс ярҙам күрһәтеүҙе күҙаллай.
Бөгөн Өфөгә иген баҙары биржаһы, унда ҡатнашыусы брокер компаниялар вәкилдәре. Улар Башҡортостан аграрийҙарын яңы ойошма мөмкинлектәре менән таныштыра.