- Бөйөк Британияла коммунистар яҡлы йәштәр арта. Был социологик тикшереү барышында асыҡланған. Англияның сәйәсмәндәре, фән эшмәкәрҙәре, либераль киң мәғлүмәт саралары етәкселерә ошо сәбәпле етди борсолоу белдергән. Белгестәр фекеренсә, Бөйөк Британия халҡы етәкселәрҙең ике йөҙлөлөгөн күреп йыш ҡына капитализм идеяларының дөрөҫлөгөндә шикләнә. Социологик тикшереү йомғаҡтары ла ошоға бәйле булыуы ихтимал тигән фараздар яһай улар.
- Сүриәнең Алеппо ҡалаһындағы Хан әль-Джамрук баҙарының байтаҡ өлөшө емерек булһа ла, кибеттәр һәм лавкалар асыла башлаған. Әммә уларҙың хужалары көн һайын тиерлек етди ҡаршылыҡтар менән осраша. Ҡалала уғрылар күбәйгән. Хатта диуарҙарҙы емереп тауарҙарҙы урлау осраҡтары артҡан. Урындағы чиновниктар һәм кибет хужалары халыҡ-ара йәмәғәтселек ҡаланың тарихи өлөшөн тергеҙергә ярҙам итер, тип ышана.
- Ҡырым күперен төҙөүселәр ҡоролманы ер тетрәүҙән һаҡлаусы трансмиттерҙар ҡуя башланы. Был система ярҙамында күпер 9 баллыҡ ер тетергәнәдә лә емерелмәйәсәк. Әле был эштәр быйыл декабрь айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ автомобиль күпере аҫтында башҡарыла.2018 йылдағы донъя чемпионатына махсус төҙөлгөн “Борский” күнекмәләр үҙәгендә быймалар кейеп футбол буйынса иптәштәрсә матч ойошторолдо. Майҙанға Түбәнге Новгород журналистары командаһы һәм ҡалала уҡыусы сит ил студенттары сыҡты. Уйын 4 кә 1 иҫәбе менән тамамланған.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре