Ун йәшлек блогер

Тулыраҡ: Ун йәшлек блогер

Өфөлә йәшәүсе ун йәшлек Әлиә Миңлеғолова баш ҡала — Өфө тураһында рэп стилендә йыр ижад итеп клип төшөргән.

Әлиәнең ижад емеше интернет селтәрендә таралғас, уны бер нисә көн эсендә ете меңгә яҡын кеше ҡарай һәм үҙ баһаһын ҡуя. Әле иһә ҡыҙ яңы йыр өҫтөндә эшләй. Йәш блогер Әлиә Миңлеғолова интернет селтәрендә яңы төшөрөлгән клип ҡараусылар һанын тикшерә. Бер нисә көн эсендә рэп стилен һайлап Әлиә Өфөгә бағышлап йыр ижад итә. Ҡаланың матурлығын һүрәтләгән, уның иҫтәлекле урындарынан үтеп клипта төшкән ҡыҙ йыр аша Өфөгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Йырҙың һүҙҙәрен Әлиәнең атаһы яҙып бирһә, клипта төшөргә синыфташтары ярҙамлаша. Клип интернет селтәрендә таралғас та, уны ете меңгә яҡын кеше ҡарай һәм һәр береһе үҙ баһаһын да ҡуйырға онотмай. Әйткәндәй, йырҙың килеп сығышы ла үҙенсәлекле. Клип аша баш ҡаланың матурлығын сит ил кешеләренә лә күрһәтеү йәш блогерҙың ҡуйған төп маҡсаттарының береһе.Әлиәнең һәләтен күреп ҡалған уҡытыусылар уға мәктәп һәм синыфташтары тураһында йыр сығарырға тәҡдим иткән. Әле ҡыҙ яңы йыр өҫтөндә эшләй.Әлиә йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Йыр-бейеү түңәрәктәренә йөрөй, «Дуҫлыҡ» ансамблендә шөғөлләнә. Әле иһә ул башҡорт музыка ҡоралы – думбырала уйнарға өйрәнә. Һәләтле балала өмөт күп, тип билдәләй уның уҡыусыһы.Киләсәктә Әлиә йырсы, йә иһә блогер булырға хыяллана. Ә төп хыялдарының береһе – башҡорт телен, мәҙәниәтен төптән өйрәнеү, тап башҡорт телендә йырҙар ижад итеү, тағы ла клиптар төшөрөү.