Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән водителдәрҙең Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикшерергә тәҡдим иткән. Был турала Известия гәзите хәбәр итә. Сәбәбе – автомәктәптәргә һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡаты контроль урынлаштырыу. Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Кузин был тәҡдим мотлаҡ тикшереләсәк, тип белдергән. Водителдәр бындай башланғысты хупламай һәм ҡайтанан имтихан тапшырыуҙы кәрәкле тип тапмай.
Водителдәр өсөн яңы имтихан
Тулыраҡ: Водителдәр өсөн яңы имтихан