Ни өсөн кибеттәрҙә 200 һәм 2000 һумлыҡ купюраларҙы ҡабул итмәйҙәр?

Тулыраҡ: Ни өсөн кибеттәрҙә 200 һәм 2000 һумлыҡ купюраларҙы ҡабул итмәйҙәр?

Урамдарҙа һатыу итеүселәрҙең күптәре яңы аҡсаларҙы ҡулда тотоп ҡарағаны түгел, ә күргәне лә юҡ. Яңы купюраларҙың әйләнешкә инеүенә 3 айҙан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ араһында әле лә ышаныу юҡ.Ҡайһы бер кибеттәрҙә лә ошондай уҡ хәл менән осрашырға мөмкин. Яңы ике мең һумлыҡ аҡсаны банк кассаларында алырға мөмкин. Ә ике йөҙлөктәре әле әйләнешкә ныҡлап инмәгән. Шуны ла иҫәптә тоторға кәрәк. Был купюраларҙы банкоматтар һәм башҡа терминалдар әлегә ҡабул итмәй. Әгәр ҙә магазиндарҙа, йә иһә икенсе урындарҙа яңы аҡсаларҙы ҡабул итеүҙән баш тарталар икән рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Яңы аҡса тураһындағы мәғлүмәтте банк бүлексәләрендә, Милли банк сайтында белергә була.Рәсәйҙә яңыраҡ әйләнешкә ингән аҡсаларҙы хәҙер кеҫә телефоны аша ла тикшерергә була. Махсус ҡушымта ярҙамында, купюралағы һүрәттәр 3Д модельға әйләнә.