- Швейцарияның Давос ҡалаһында тиҫтәләгән кеше Бөтә донъя иҡтисади форумында Америка президенты Дональд Трамптың ҡатнашыуын тыйырға саҡырып акция үткәрҙе. Цюрихта үткән күләмле демонстрацияла 2 меңдән ашыу антиглобалист Трамптың климатҡа бәйле белдереүҙәренә борсолоу белдергән. Ҡушма Штаттар президенты Давоста йома көн сығыш яһарға тейеш.
- Сүриәнең Африн ҡалаһында курдтарға ҡаршы үткәрелгән хәрби операция барышында Төркиәнән тағы ла ике хәрби һәләк булған. Һалдаттарҙы ерләүҙә төркиә президенты Рәжәп Эрдоган да ҡатнашҡан. Төркиә етәксеһе телефон аша Рәсәй президенты Владимир Путин һөйләшкән. Яҡтар көрсөктән сығыу өсөн берлектә эшләү һәм Сүриәнең бөтөнлөгөн һаҡлау принциптарына таяныу кәрәклеген билдәләгән.
- Германияның Ганновер аэропортында кәм тигәндә 180 кеше һуғышҡан. Тюркиш Эйрлайнез авиакомпанияһына теркәлеү үткәндә тиҫтәләгән курд Төркиә армияһының Сүриәнең төнъяғындағы хәрби хәрәкәтенә ҡаршы акция ойошторған. Төрөктәр менән курдтар араһында ыҙғыш башлана. Һуғышыусыларҙы айырыу өсөн аэропорттың именлек хеҙмәтенә ҡыҫылырға тура килә.
- Филиппиндарҙағы иң ҙур утрауҙарҙың береһе-Лусонда Майон вулканы атылған. Лава фонтаны 700 метр бейеклеккә урғылған. Вулкан янында урынлашҡан ҡалалар көл аҫтында ҡалған. Урындағы халыҡҡа битлектәр кейергә һәм урамға сыҡмаҫҡа кәңәш ителгән.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре