Был хаҡта Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Владимир Путин республиканың социаль-иҡтисади хәле менән яҡындан танышырға ниәтләй. Был йәһәттән ул Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин менән эшлекле осрашыу үткәрергә йыйына. Владимир Путин шулай уҡ Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларында граждандар өсөн юғары технологиялы тауарҙар етештереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрәсәк.
Рәсәй президентының бөгөн эш сәфәре менән Башҡортостанға килеүе көтөлә
Тулыраҡ: Рәсәй президентының бөгөн эш сәфәре менән Башҡортостанға килеүе көтөлә