Өфөлә ошондай тәүге кибет асылды. Унда фермерҙар аралашсыларһыҙ үҙ тауарҙарын һата ала. Был иһә халыҡты сифатлы, арзан ризыҡ менән тәьмин итергә булышлыҡ итә. Ҡамырҙы бында тик Башҡортостан ононан баҫалар. Хужалыҡтар икмәк бешереү цехын туранан-тура юғары сифатлы он менән тәьмин итә. Был ике яҡ өсөн дә отошло.Ошонда уҡ магазин һәм яңы ғына бешкән икмәк кәштәләргә эләгә. Тимәк, кешеләрҙең мейестән сыҡҡан ризыҡты түбәнерәк хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар. Альберт Арыҫланов бер нисә йыл эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ә 2010 йылда бәшмәк үҫтереүгә күскән. Йүнсел күп кенә кибеттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Кооператив асылғанын белгәс, эшҡыуар был мөмкинлек менән дә файҙаланып ҡалырға уйлай. Әлегә Башҡортостанда ошондай бер генә кооператив магазин бар. Унда бер-нисә етештереүсенең тауарҙары һатыла. Киләсәктә бында продукция төрөн арттырырға йыйыналар. Кооперативта етештерелгән бәшмәк был магазинда 80 һум тора, ә ҙурыраҡ сауҙа үҙәктәрендә 100 һумдан ҡиммәтерәк. Икмәк һәм кондитер изделиеларына хаҡтар тотороҡло, ә бына иткә ҡиммәтерәк. Сырға килгәндә уның хаҡы түбәнерәк.Шулай булыуға ҡарамаҫтан ҡала халҡы ҡәнәғәт. Сөнки, магазинға сифатлы продукция килтерелә.Сауҙа селтәренең һәм хужалыҡтарҙың туранан-тура хеҙмәттәшлек итеүе республика өсөн ят күренеш түгел. хәҙер теләгәндәр кооперативтарға берләшә ала. Кәңәштәр кәрәкһә, Башҡортостандың ауыл хужалығын консультациялау үҙәгенә мөрәжәғт итергә мөмкин. Кооперация йүнәлешен үҫтереү буйынса Башҡортостан етәкселеге эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Ауылдарҙа эш урындары булдырыу, халыҡтың һәм бәләкәй фермерҙарҙың продукцияһын баҙарға сығарырға ярҙам итеү йәһәтенән уларҙың әһәмиәте ғәйәт ҙур.Бөгөнгә республикала 100-ҙән ашыу кооператив теркәлгән. Уларҙың яртыһынан күбеһе тотороҡло эшләп килә. Бер кооперативҡа кәмендә 5, күбендә 20 ағза инә. Улар араһында шәхси хужалыҡтар, йәғни, ихатаһында ҡош-ҡорт, мал аҫыраған кешеләр, бәләкәй крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, магазиндар һәм башҡа предприятиелар бар.
Башҡортостанда кооперация йүнәлеше үҫешә
Тулыраҡ: Башҡортостанда кооперация йүнәлеше үҫешә