Өфө химиктары заман техникаһы өсөн яңы аккумулятор өлгөләре сығарыу юлында

Тулыраҡ: Өфө химиктары заман техникаһы өсөн яңы аккумулятор өлгөләре сығарыу юлында

Фәндәр академияһынының органик химия институты Новосибирск белгестәре менән литий-көкөрт нигеҙенә ҡоролған батарейкалар етештерә башларға ниәтләй. Электрохимия лабораторияһының өлкән фәнни хеҙмәткәре Елена Кузьмина химик сығанаҡтарҙан электр энергияһын алыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Заман ҡоролмаларында әле ҡулланылған литий иондарын литий-көкөрткә алмаштырған осраҡта аккумуляторҙарҙың энергия биреү ҡеүәтен ике тапҡырға арттырырға мөмкин, ти Елена Владимировна. Өҫтәүенә, уларҙың хаҡы түбән, сөнки беренсенән, Рәсәй көкөрт сығанаҡтарына бай, икенсенән, был сеймал үҙе арзан.2025 йылға электр энергияһын яңы сығанаҡтарҙан алып, халыҡты электромобилдәргә күсереп экологик мәсьәләне ыңғай хәл итеү хыялы менән янған Өфө ғалимдарының хеҙмәттәштәре иһә кешелек сәләмәтлеген ҡаҡшатҡан вирустар менән көрәшеүҙең яңы юлдарын эҙләй. Айрат Ғимәжетдинов түбән молекуляр биокөйләгестәр лабораторияһында ун беренсе йыл тикшеренеүҙәр алып бара. Б гепатиты, яман шеш, гинекология өлкәһе сирҙәрен дауалау өсөн дарыу эҙләгән ғалимдарҙың һөҙөмтәле тәжрибәһе лә бар.Грант аҡсаһын органик химия институты ғалимдары яңы ҡорамалдар һәм йыһаздарға тотонған. Бөгөн тәжрибәләрҙе ҡиммәтле заманса ҡоролмалар ярҙамында үткәрәләр. Химиктарҙың оҙайлы тәжрибәһе артабан бында, физик-химик ысул лабораторияһында тикшереү үтә. Спектраль анализдан сығып матдәләрҙе тикшереүҙе дауам итеү йәиһә уларҙан баш тартып яңыларын эҙләү тураһыда ҡарар ҡабул ителә. Өлкән фәнни хеҙмәткәр Александр Лобов эшләнмәләрҙе махсус шарттарҙа тикшереү ысулын күрһәтә. Башҡа лабораторияларҙа яһалған ҡатнашмаларҙың вәғәҙә ителгән сифаттары был шарттарҙа йә таныла, йә инҡар ителә. Артабан – туҡтауһыҙ химия реакциялары дауам итә. Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең органик химия институты хеҙмәткәрҙәре танылған ғалим, фәнни учреждениеның элекке етәксеһе академик Генрих Толстиковтың васыятына тоғро. Уның 85 йыллыҡ юбилейына арналған йыйылышта институттың уңыштары һәм маҡсаттары тураһында фекер алышыу булды. Өфө химиктарының ауыл хужалығы, медицина, инновациялар тармағындағы ҡаҙаныштары Рәсәй генә түгел сит ил етештереүселәренең дә ҡыҙыҡһыныуын уята.