Ул 1944 йылдың 27 ғинуарында Ленинград блокадаһын өҙөүгә арнала.
Акция 26 һәм 27 ғинуарҙа Башҡортостандың йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәгендә үтә. Сараның маҡсаты — тарихты боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы көрәш, йәштәрҙе Бөйөк Ватан һуғышының төп этаптары менән таныштырыу, рухи, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу. Сараға килеүселәр Ленинград блокадаһы хаҡында мәғлүмәттәр менән танышып, һуғыш ваҡытында бешерелгән рецепт буйынса әҙерләнгән 125 грамм икмәкте тәмләп ҡарай ала.